Әммә подрядсы ойошмаларҙың береһе килешеү буйынса билдәләнгән ваҡыттан һуңға ҡалған. Компания ҡарамағындағы дүрт район ихаталары ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Өфөнөң Летчиктар урамындағы ихатала тротуар, бордюрҙар яңыртыла. Биләмәлә юл төҙөкләндереү эштәре күптән тамамланырға тейеш була, әммә подрядсы ойошма материалдарҙың ваҡытында килмәүе һәм эшсе ҡулдарға бер ни тиклем ҡытлыҡ булыуға бәйле билдәләнгән графиктан артта ҡалған.
Юл төҙөлөшө өсөн яуаплы подрядсы ойошма етәкселеге билдәләүенсә, ихатала эш күләме ҙур була. Шулай ҙа әле төҙөлөштә ҡаршылыҡтар юҡ.
Киләһе аҙнала биләмәлә балалар уйын майҙансығын, видеокүҙәтеү камераларын, яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу буйынса ла эш башлана. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихаталарҙың күбеһе бөгөн юғары әҙерлектә, тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла.
Гагарин урамы ихатаһында төҙөлөш эштәре августа уҡ тамамланған. Подрядсы ойошма ике ай эсендә ҡалалағы иң күләмле проектты тормошҡа ашырған. Күп ҡатлы биш йортҡа ҡараған биләмәлә ял зонаһы булдырыла. Заманса уйын майҙансығы ҡуйылыуы ла - ата-әсәләр өсөн оло ҡыуаныс. Алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй. Саф һауала балаларға күңел асыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Ергә йомшаҡ резина ҡатлам түшәлгән, хәүефһеҙлек талаптары үтәлә.
Ихата алды ысынлап та, бәләкәй парктты хәтерләтә, ылыҫлы ағастар ултыртылған. Ҡола ялан, буш ерҙә спорт объекттары ла барлыҡҡа килә. Биләмәлә хәҙер кесеһе лә, олоһо ла физик күнекмәләр яһай. «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә автоһәүәҫкәрҙәрҙең мәнфәғәттәре лә ҡайғыртыла.
Быға тиклем ихатала парковка урындарына ла ҡытлыҡ булған, төҙөлөш барышында юл өс метрға тиклем киңәйтелә, автомобиль ҡуйыу өсөн өҫтәмә 140 урын барлыҡҡа килә
«Башҡорт ихаталары» программаһы 2019 йылда старт алғайны. Уға ярашлы, республикала өс меңгә яҡын ихатаны төҙөкләндереү бурысы ҡуйыла. Быйыл дүрт йөҙгә яҡын участка заманса төҫ аласаҡ. Уларҙың күбеһе файҙаланыуға тапшырылған. Проект операторы булараҡ төбәктең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сығыш яһай, ведомство проблемалы объекттарҙы айырыуса контролдә тота.
Гөлназ Хәйбуллина.