Йәйгеһен Өфө урамдарының береһендә аяғы имгәнгән малай табыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Уның йәшәү шарттары менән танышҡандан һуң, ирекмәндәр борсолоу белдерә.

Дмитрий Кошелевтың тормошо менән йәмәғәтселек быйыл йәй таныша. Ирекмәндәр тарафынан төшөрөлгән видеояҙма Интернет селтәрендә йәшен тиҙлегендәй тарала. Ирекмәндәр резина итектә аҡһап атлаған, тыумыштан тайыш аяҡлы Димаға ярҙам итергә – ул йәшәгән торлаҡты ремонтларға теләк белдерә.

Әле эш тамамланыу алдында. Малай Илизаров үҙәгенә операцияға саҡырыу ҙа ала. Әммә эпидемиологих хәлдең насарайыуына бәйле, учреждение ваҡытлыса хәлде кисектерә. Киләһе йыл Дима, етеһен тултырып, уҡырға барасаҡ. Тик ул әлегә мәктәпкә барыу-бармау хаҡында теүәл генә ҡарарға килмәгән.

Операция яһатырға тип 17-се дауаханаға ятҡайныҡ, әммә анализдар һәм ҡандың ойошоусанлығы насар булыу сәбәпле әмәлиәт башҡарылманы. Яҡын арала мәсьәлә хәл ителер тип өмәтләнәбеҙ. Беҙгә ярҙам итеүселәргә рәхмәт, мин көтмәгәйнем дә.

Клавдия Кошелева, Диманың әсәһе

Әлфинә Килдейәрова.