Ҡоролма хәрәкәт датчигы, светодиодлы яҡтыртыу механизмы менән йыһазландырылған.
Ферин урамының был киҫелеше хәүефле һанала, бында йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар йыш теркәлә. Заманса светофорҙар мәсьәләне хәл итә алыр тигән фекерҙә белгестәр. Ҡоролма водителдәргә йәйәүлене алдан күреү мөмкинлеген бирә. Август аҙағында заманса светофор 17 урынға ҡуйыла. Улар башлыса ҡаланың мәғариф усаҡтары тирәләй беркетелгән. Өфөнөң төньяғында светофорҙарҙы сафҡа индереү эштәре әле лә дауам итә.
Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл баш ҡалала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Юл һыҙаттарының 90 проценты термопластик менән һыҙыла, 3 меңдән ашыу билдә яңыртыла һәм белем усаҡтары тәңгәлендә йәйәүлеләр өсөн юлдар кәртәләнә.
Әлфинә Килдейәрова.