Мөхтәр Әхтәмов 1929 йылда Ейәнсура районында тыуған. Һуғыш йылдары ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған үҫмергә, баш бала булараҡ уҡып та, эшләп тә йөрөргә тура килә. 14 йәшендә колхозға хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай. Тырышлығы, ғәҙеллеге менән ололар араһында ихтирам ҡаҙана, фиҙаҡәр хеҙмәте 16 йәшендә миҙал менән баһалана.
Мөхтәр Әхтәмов оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында уҡытты. Ул 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Улар араһында өс томлы «Хәҙерге башҡорт теле», башҡорт теленең омонимдар, антонимдар һүҙлеге бар. Ике ай элек ғалимдың улы – профессор Азамат Әхтәмов вафат булғайны.