Республика стратегик тикшеренеүҙәр институты, «Шәжәрә» тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге ғалимдары Башҡортостан граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә Балтас районы үҙәгендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы буйынса фәнни-методик белешмәләр һәм мәғлүмәттәр презентацияһын үткәрҙе. Улар менән БСТ каналының ижади төркөмө лә танышты.
Фәнни-методик белешмәләр «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы»н, «Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы»н һәм Балтас районы башҡорттары тарихына арналған «Беҙ – башҡортлар» брошюраһын үҙ эсенә ала. Был проекттар Башҡортостан ғалимдарының оло хеҙмәте. Сөнки, башҡорт халҡының ырыуҙар картаһын төҙөү өсөн генә лә 10 йыл ваҡыт китте, тип билдәләй тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов. Һәм шуныһы үҙенсәлекле, был карталарға 1917 йылға тилемге ауылдар индерелгән.
Балтас районы унлар, танып, таҙлар һәм уран ырыуы башҡорттары биләмәләре булған. Ырыуҙар картаһында был аныҡ күренә һәм уның сиктәре Танып үҙәне буйлап һуҙыла. Халыҡҡа бөгөн яңылыҡ кеүек еткерелгән дәлилдәр һис тә генә лә яңылыҡ түгел, ә ата-бабалар тормошо. Хәҙер ул мәғлүмәттәрҙе карталарҙан, батша заманындағы кенәгәләрҙән һәм 1917 йылғы хужалыҡ иҫәбен алыу документтарында табырға мөмкин.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙ сығышы менән ҡыҙыҡһыныуы, ата-бабаларының шәхестәрен асыҡларға теләүе тәбиғи күренеш. Был йәһәттән фәнни-методик белешмә тарихи үткәндәрҙе асыҡлауға мөһим башланғыс булып тора.
Презентацияла яңғыраған мәғлүмәтте халыҡ йылы ҡабул итте. Балтастар ғаилә шәжәрәләрен төҙөй, үткәндәр менән ҡыҙыҡһына, тимәк быуындар бәйләнеше дауам итә.
Рәшиҙә Ишембәтова.