Премьер-министр Андрей Назаров ултырыш үткәрҙе. Бөгөнгә ремонт планы 91 процентҡа үтәлгән. 15 ноябргә тиклем юл соҡорҙарын ямауҙы тамамлау бурысы ҡуйылды.
Ултырышта шулай уҡ Иглин районы Пятилетка ауылында күпер төҙөлөшө, Өфөлә Менделеев һәм Революция урамдарында трамвай юлын ремонтлау, Благовещен – Павловка трассаһын төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.