Башҡортостандан Алһыу Минәзова ишеү слаломы буйынса донъя кубогында еңеү яуланы

Турнир Словенияла үтте. Яҡташыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙар араһында байдаркала һыу буйлап экстремаль ишеүҙә алтын миҙалға лайыҡ булды.

Алһыу Минәзова сығышы менән Илеш районынан. Ул байдарка һәм каноэла яңғыҙ ишеү менән шөғөлләнә.