Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле ОРВИ менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә, грипп теркәлмәгән. Беҙҙең республикаға 1 миллиондан ашыу доза вакцина ебәрелде.
60 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр, ауырлы ҡатындар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, ойошма хеҙмәткәрҙәренә прививка бушлай яһатыла. Табиптар коронавирус шарттарында гриптан прививка яһатып ҡалырға кәңәш итә.