Шулай тип белдерҙе “Һеңлем” фильмы режиссеры Александр Галибин. Кинокартина Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлдө. Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан бер төркөм ижадсыларға дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исем тапшырылды. Александр Галибинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Һеңлем” фильмының кастинг-директоры Татьяна Лучинина Өфөлә тыуып үҫкән. “Миңә бында бөтәһе лә таныш, бөтәһе лә ҡәҙерле”, - тине ул сығышында. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуым яҡташтарым алдында оло яуаплылыҡ”, - ти Татьяна Лучинина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Йәмил менән беҙ оҡшаш”, - тип иҫәпләй “Һеңлем” фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин. Йәш артист бөгөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңыраҡ “Һеңлем” фильмы Берлинда үткән халыҡ-ара балалар кинофестивалендә Гран-при яуланы.