Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт күҙәтеүе төбәк үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалаларҙа иҫке ике ҡатлы биналарҙа йорт советтары һаман эшләмәй. Бындай осраҡта фатир хужаларының намыҫһыҙ идарасы компанияларҙан матди зыян күреү хәүефе арта. Шуға күп ҡатлы торлаҡта йорт советтары ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Совет ағзалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөрөҫ хаҡ ҡуйыуын тикшерә, ремонт сифатын баһалай ала. Киләсәктә “Башҡорт ихаталары” буйынса төҙөкләндереүҙе күп фатирлы йорт советы булған торлаҡ биләмәһендә генә үткәрергә тәҡдим ителде.