Малайға арҡа мейеһе мускулдары атрофияһы диагнозы ҡуйыла. Сабыйҙың ғүмерен 180 миллион һумлыҡ укол ғына һаҡлап ҡала ала. Ғаиләнең яҡын арала был сумманы йыйыу мөмкинселеге юҡ. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Хәҙер бәләкәй Асҡарҙың яҡындары һәм туғандарының һәр көнө ярҙам һорауҙан башлана. Балала арҡа мейеһе мускулдары атрофияһы, уның һаулығын Золгенсма препараты ғына ҡотҡара ала. Әммә ҡотҡарыусы уколдың хаҡы 180 миллион һум тәшкил итә. Был сумма Исхаҡовтар өсөн күтәрерлек түгел.
Сабыйҙың сәләмәтлеге көндән-көн ҡаҡшай, Асҡар башын һәм арҡаһын үҙаллы тота алмай башлай. Хәлһеҙлек тәнде аямай, аҡса йыйыуҙан айырмалы рәүештә, ауыр сир көсәйә бара.
Аҡса йыйыуҙы тиҙләтеү өсөн Исхаҡовтар ирекмәндәр менән берлектә Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап автоуҙыш уҙғара. Сараға 30 машина ҡушыла. Автомобилдәрҙә кескәй генә баланың оло бәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн «Асҡар йәшә» тигән яҙыуҙар йәбештерелгәйне.
Кескәй Асҡарға ярҙам итергә теләүселәргә экранда күрһәтелгән иҫәп буйынса аҡса күсерергә мөмкин. Хәйриә акцияһына теләгән һәр кем ҡушылып, ун айлыҡ сабыйға ғүмер бүләк итә ала. Кескәй Асҡарҙың яҙмышына бер кем дә битараф булмаһын ине!
Әлфинә Килдейәрова.