«Салауат Юлаев» командаһы «Сочи» 2:0 иҫәбе менән еңде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уйын һөҙөмтәһе осрашыу тамамланыр саҡта хәл ителде. 45-се минутта Теему Хартикайнен, тағы ла өс минуттан Александр Алексеев ҡаршы ҡапҡаға шайбалар индереүгә иреште.

Иртәгә яҡташтарыбыҙ ситтәге уйындар шәлкемен Мәскәү өлкәһендә тамамлай – урындағы «Витязь» командаһы менән матч барышын беҙҙең телеканалда төнгө 10-сы 20 минуттан ҡарағыҙ. 

Гөлдәриә Йосопова.