“Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәр үҙәге ошондай исемле акция башлай. Уның сиктәрендә Ковид-19 менән эшләгән табиптарға аҙыҡ-түлек тупламалары таратыла.
Шулай уҡ, вахта ысулы менән эшләүселәргә өйҙән дауаханаға алып барған автомобиль бирелә. Әлегә табиптарҙы 20 машина йөрөтә, киләсәктә был һанды 100-гә тиклем еткереү планлаштырыла.