Бында быйылғы уҡыу йылында ойоштороласаҡ саралар планы төҙөлдө, башҡарылған эш һөҙөмтәләре барланды. Быға тиклем Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһенең мәктәптәренә башҡорт телен өйрәнеү өсөн китаптар тапшырғайны.
Уҡытыусылар ярҙам өсөн республикаға рәхмәт белдерҙе. Уҡыу әсбаптарын тапшырыу эше дауам итә. Әле 10-11 класс уҡыусыларына китаптар етмәүе билдәләнә.