Йәш юлаевсылар икенсе “йәшел дерби”ҙа еңә алманы

Йәштәр хоккей лигаһында даими чемпионат барышында Ҡазанда “Толпар” һәм “Ирбис” араһында икенсе уйын үтте. Был юлы майҙан хужалары көслөрәк булды һәм 5-2 иҫәбенә еңеү яуланы.

Беренсе уйында “Толпар” 4-1 иҫәбенә еңгәйне. Турнир теҙмәһендә йәш юлаевсылар Көнсығышта икенсе урынға күтәрелде. 24-25 октябрҙә “Толпар” Әлмәттә “Спутник” менән уйнай.