Өс аҙна дауамында медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауаланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан табиптары Абхазияла коллегаларына ярҙам итте.
Быға тиклем беҙҙең белгестәр Ҡырғыҙстанда, Ҡарасәй-Черкесс республикаһы һәм Амур өлкәһендә ковид-госпиталдәрҙә эшләне.