Эшҡыуар башҡарылған эш һәм материалдар өсөн дә аҡса түләгән. Әле ул Америкала йәшәһә лә, сығышы менән Башҡортостандан. Олатаһы менән атаһы Иҫке Ҡалмаш ауылы кешеләре. Донъяның иң бай кешеләре исемлегенә ингән эшҡыуар әле лә туғандары йәшәгән ауылды онотмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Урында йәшәүселәр тәүҙә алыҫ Америкала йәшәгән ниндәйҙер миллиардерҙың ауылға һыу үткәргес төҙөргә йыйыныуын буш хәбәр тип ҡабул итә. Эшҡыуарҙың Иҫке Ҡалмашта туғандары күпләп йәшәүен улар һуңынан ғына белә. Ысынлап та, ауылдың Ленин урамында йорт һайын тиерлек Тимашевтар донъя көтә. Ошо уҡ фамилия Форбс версияһы буйынса Рәсәйҙең иң бай кешеләре рейтингында ла бар. Иҫке Ҡалмашта Ратмир Тимашевтың олатаһы менән атаһы тыуған бәләкәй сағында үҙе лә килеп йөрөгән. Уны бында һуңғы тапҡыр бер нисә йыл элек күргәндәр.
Зилфәт Сакаев Ратмир Тимашевтың әсәһе яғынан туғаны. Ҡыҙғанысҡа, әлеге ваҡытта аралашып йәшәмәйҙәр. Әммә туғандары тағы ла ауылға килә ҡалһа, уны яңы һыу үткәргестән алынған һыуҙан ҡайнатылған сәй менән һыйларға өмөтләнә. Коммуникациялар ике урам буйлап һалына. Уларҙың береһендә торбалар тәүгә һуҙылһа, икенсеһендә 80-се йылдарҙа үткәрелеп, тутығып бөткәндәре алыштырыла. Һуңғы арала ауыл халҡы тәмһеҙләнгән һыуҙы эсмәҫкә тырышҡан.
Иҫке һыу үткәргес аша һыу балалар баҡсаһына ла килә. Шуға ла уны яңыртыу кескәйҙәрҙең һаулығы өсөн дә мөһим. Урындағы хакимиәткә ярҙам тәҡдиме менән эшҡыуарҙың ярҙамсылары сыҡҡан.
Ратмир Тимашев шулай уҡ урындағы мәктәптең компьютер селтәрен яңыртыуға ла ярҙам итмәксе. Күрәһең, эшҡыуар мәктәпкә яңы технологиялар индерергә һәм белем усағын яңы кимәлгә сығарырға теләй. Ҡасандыр тап заманса технологиялар Ратмир Тимашевтың үҙенә лә әлеге үрҙәрҙе яуларға булышлыҡ иткән.
Гөлдәриә Йосопова.