Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар төбәктә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер алышты, тәүге санитар ярҙам хеҙмәтен модернизациялау һәм Стәрлетамаҡта яңы йоғошло сирҙәр дауаханаһын төҙөү мәсьәләләрен ҡараны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе октябрь башында республиканың көньяҡ райондары өсөн ковид-госпиталь төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Яңы медицина учреждениеһын 15 декабргә асыу планлаштырыла. Үҙәккә ҡабул итеү-диагностикалау һәм операция бүлектәре, акушерлыҡ-гинекология блогы, бактериологик лаборатория һәм 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ инәсәк. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министры төбәктә яңы клиник үҙәк төҙөү башланғысын хуплап сыҡты.