Бишбүләк районы үҙәгендә реконструкциянан һуң Ватан Һаҡсылары паркы асылды. Төҙөлөш эштәре «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә башҡарылған, парктты яңыртыуға 5 миллион 500 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юл төҙөкләндерелә, яҡтыртыу ҡорамалдары, эскәмйә, урналар ҡуйыла. Биләмә тимер ҡойма менән уратып алына. Эшселәргә күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа хәрби бәрелештәр ветерандары ярҙам иткән. Урындағы халыҡ теләге буйынса паркта балалар уйын майҙансығы ла төҙөлә.
Бишбүләк ауылында Әнәс Әхмәтов исемендәге яңы парк төҙөлөшө лә тамамланыу алдында. Ҡола яланда йәмәғәт биләмәһе ойошторола, уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла. ГТО нормаларын тапшырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла. Киләһе йыл парктта фонтан да урғыласаҡ. Тест режимында һынауҙар уңышлы үткән. Төҙөкләндерелгән биләмә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина.