Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөн Андрей Назаров шулай тип баһаланы.
Объектта ваҡыт төшөнсәһе бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырылған. Подрядсы ойошма төҙөлөш материалдары юҡлығына һәм проект иҫәпләүҙәрендә хаталар ебәрелеүенә һылтана. Шул уҡ ваҡытта Республика капиталь төҙөлөш идаралығы төҙөлөш барышына контролде юғалтҡан. Уның етәксеһенә Премьер-министр мәктәп төҙөлөшө урынына барырға, ә төҙөлөш компанияһына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хаталарҙы төҙәтергә ҡушты.
Кире осраҡта, чиновникҡа вазифаһынан бушатылыу, төҙөлөш ойошмаһына килешеүҙәрҙе өҙөү янай. Иҫке Сибайҙа йәшәүселәр яңы белем усағын 2011 йылда иҫке мәктәп бинаһы өлөшләтә ябылып, былтыр бөтөнләй авария хәлендә тип танылғандан алып көтә.
Премьер-министр Баймаҡ районы юлдарын төҙөкләндереү барышын да тәнҡитләне. Ошо маҡсатта быйыл – 68 миллион һум аҡса бүленгән. Октябрь аҙағына уның ни бары 43 проценты ғына үҙләштерелгән. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет алда көтөлгән юл проекттарына 10 тапҡырға күберәк сығым һораған. Андрей Назаров артабан бюджет кем эшләй һәм объекттарҙы ваҡытына һәм сифатлы итеп өлгөртә шулар файҙаһына ғына бүленәсәк, тип белдерҙе.
Рәйлә Күсемханова.