Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашыу барышында Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөү башланыуы тураһында белдерҙе, шулай уҡ республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты үтәлеше барышы тураһында һүҙ барҙы.
Михаил Мурашко дауахана төҙөү эшен хупланы. Яңы объект 15 декбарҙә асылырға һәм республиканың көньяҡ райондарында йәшәүселәрҙе ҡабул итергә тейеш.