Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсербаев республиканың баш архитекторы итеп тәғәйенләнде

Был туралағы мәғлүмәт хоҡуҡи мәғлүмәт порталында, Ҡала төҙөү советы нигеҙләмәһендә баҫтырылды. Ҡала төҙөү советы рәйесе – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.