“Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә Учалыла яңы фельдшер акушер пункттары төҙөлә

Быйыл районда ошондай 7 үҙәк асылырға тейеш. Илтабан ауылындағы амбулатория хәҙер заманса бинаға күскән.

Бында тейешле ҡорамалдар ҡуйылған, өлкән йәштәгеләр, сабыйҙар һәм ауырлы ҡатындарҙы дауалау өсөн уңайлыҡтар булдырылған, ти пункт мөдире Әлфиә Йәлилова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 400-ҙән ашыу фельдшер-акушер пунктын яңыртыу планлаштырыла.