Башҡортостанда йәйәүлеләрҙе тапатыу осрағы артҡан

Вице-премьер Рәиф Әбдрәхимов бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара кәңәшмә үткәрҙе. Бер йылда йәйәүлеләр менән авариялар 22 процентҡа артҡан.

“Бының төп сәбәбе – урамдарҙың насар яҡтыртылыуы”, - тип белдерҙе ултырышта Рәиф Әбдрәхимов. Быйыл 9 айҙа республика юлдарында 2 мең 800-ҙән ашыу авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларында 3 мең ярым кеше зыян күргән.