Башҡортостанда етештерелгән офис мебеле Нидерландтарға һатылыуы мөмкин

Рәсәйҙең был дәүләттәге сауҙа вәкиле Андрей Макаров һәм Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева видеокәңәшмә уҙғарҙы. Андрей Макаров Нидерландарҙағы сауҙа вәкиллеге биләмәһендә Башҡортостан мебеле күргәҙмәһен ойошторорға тәҡдим итте. Нидерландтар менән беҙҙең республика араһында сауҙа үҫешә бара. 2019 йылда тауар әйләнеше 275 миллион доллар булған.