Башҡортостан Проект офисы ултырышында халыҡ мәшғүллеге мәсьәләһе ҡаралды

Видеокәңәшмәне Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе. Халыҡ мәшғүллеге күрһәткесе Инвестиция мөхите милли рейтингында баһалана. Быйыл 9 айҙа эш биреүселәр 172 меңгә яҡын хеҙмәткәргә ихтыяж  белдергән. Шул уҡ ваҡытта вакансиялар банкында 47 меңгә яҡын эш урыны күрһәтелгән. Уларҙың күбеһе эшсе һөнәрҙәргә ҡайтып ҡала. Шуға урта уҡыу йорттары һәм предприятиелар араһында бәйләнеш булдырыу мөһимлеге иғтибарға алынды. Бынан тыш, ойошмалар һәм эшҡыуарҙарға кәрәкле белгестәрҙе тиҙерәк табыу өсөн махсус сервис булдырырға тәҡдим ителде. Уны Башҡортостан Инвестиция һәм бизнес берҙәм порталында асыу ҡарала.