Башҡортостан депутаттары асарбаҡтарға хоҡуҡи статус бирергә тәҡдим итте

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эксперт советы ултырышы үтте. Йәшәү урыны булмаған граждандарҙың хоҡуҡтары бөтә кешенеке кеүек, әммә улар эшкә урынлаша алмай, дәүләт ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеге лә юҡ. Депутаттар ҡалаларҙа асарбаҡтар өсөн социаль-реабилитация үҙәктәре булдырырға һәм бындай кешеләрҙең  исемлеген төҙөргә тәҡдим итте. Уның буйынса асарбаҡтар мәсьәләһен хәл итергә һәм уларҙың хоҡуҡи статусын билдәләргә мөмкин була.