Өфө район-ара тәфтиш бүлеге Өфө районындағы янғында өс кешенең үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фажиғәле хәл уҙған төндә Лебяжий ауылындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә теркәлде. Ут эсендә ҡалған баҡса йортонда 4 йәшлек ҡыҙ бала һәм уның ата – әсәһе һәләк булды.

Әле ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Ғаиләне был йортта даими йәшәмәүе лә билдәле.