Трассала ике автомобиль бәрелешкән. «Киа» водителе боҙлауыҡ ҡаплаған юлда идара итеү һәләтен юғалтҡан. Һөҙөмтәлә ул ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Был мәлдә унан «Тойота Рав 4» автомобиле хәрәкәт иткән.
Аварияла «Киа»-ның 60 йәшлек водителе һәләк булған. Пассажиры йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ике машина ла йәйге тәгәрмәстәрҙә булған.
Рафиҡ Әхмәтшин.