Өфөнөң Черниковка урамындағы 19-сы йорттоң ҡыйығы емерелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә көндөҙгө 3 тула 20 минутта хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре юлланған. Һүтелергә тейешле йортта бер кем дә йәшәмәгән, осраҡ һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ.

Белгестәр хәүефле урынды яңынан сигнал таҫмаһы менән уратҡан. Осраҡҡа бәйле, Калинин районы хакимиәте граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрәсәк.

Гөлдәриә Йосопова.