Яугир яҙыусыларҙың Бөйөк еңеүгә индергән өлөшө тураһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла фекер алышынды. Башҡортостан һәм Татарстан ғалимдары, яҙыусылар һуғыш йылдарында республика әҙәбиәтенең халыҡта илһөйәрлек тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә баһа бирҙе.
Ҡәләмен штыкҡа алмаштырып Ватан һағына баҫҡан фронтовик яҙыусыларҙың әҙәби мираҫын барланы. Конференцияның тулы вариантын китапхананың рәсми Ютюб каналында ҡарарға мөмкин. Ойоштороусыларҙың маҡсаты тарихи ысынбарлыҡты йәш быуынға еткереү.
Рафиҡ Әхмәтшин.