Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыртылған урамдарҙың дөйөм күләме 70 саҡрым самаһы. Эш ноябрь аҙағына тиклем дауам итер тип көтөлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Дағстан урамы. Исеме есеменә тап килгән ваҡыт артта ҡалды тип әйтергә кәрәк. Соҡорло, төрлө яҡлап ямалған урам аша йөрөү рулдәгеләр өсөн тау-таш араһынан үтеү менән бер ине. Юл шунлыҡтан тулыһынса яңыртыла.
Дим биҫтәһендә төҙөкләндереү саралары бер юлы бер-нисә участкала алып барылды. Әле Хәҡиҡәт урамындағыһы тамамланыу алдында. Эш халыҡ фекеренән сығып башҡарылған.
Дим биҫтәһенән тыш, баш ҡаланың тиҫтәләп урамдарында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Был турала республика башлығы социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында ла билдәләп үткәйне. Өфөлә 60 саҡрымдан ашыу 50 участка яңыртылды. Араларында ике йылға иҫәпләнгән ҙур проекттар ҙа бар. Ул ете саҡрым араны тәшкил иткән Менделеев урамы, Өфө һәм Нуғай ҡасабаһы араһындағы юл.
Бар эштәр ҙә халыҡ тулы изоляция режимына киткәндә барлана. Автомобиль хәрәкәтенең кәмеүе, юлсыларға эште тиҙләтеү мөмкинлеге бирә. Был төҙөкләндереүҙең башы ғына, ти Республика башлығы. Әгәр быйыл ҡала үҙәге урамдарына иғтибар көсәйтелһә, киләһе йылдарҙа сират район ауылдарына етәсәк.
Азат Ғәлиуллин.