Республика аграрийҙары 300 мең тонна көнбағыш йыйған

Был турала Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан белдерәләр. Әле баҫыуҙарҙа эш 96 процентҡа тамамланған. Иң ҙур уңыш Мәләүез районында алынған. Унан һуң Дәүләкән һәм Көйөргәҙе райондары килә. Республикала алынған көнбағыш тулыһынса май эшләүгә ҡулланыла.