2020 йылдың һигеҙ айы эсендә Башҡортостан тауарҙары 100-ҙән ашыу илгә оҙатылған

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. “Быйыл беҙҙең продукция беренсегә Бенин, Гана, Гондурас, Кувейт, Шри-Ланка, Мьянма, Суринам һәм Уругвайға оҙатылды. Тәү сиратта ул бал, нефть һәм химия сәнәғәте тауарҙары. Яңылыҡтар ҙа бар. Германиялағы БМВ һәм Мерседес компаниялары беҙҙә етештерелгән техник углерод менән файҙалана. Мода донъяһында ла Башҡортостан үҙ урынын тапты. Билдәле мода йорто Moncler республиканан йөн һәм ҡаурыйҙар ала”, тип яҙа Радий Хәбиров.