Турнир ошо көндәрҙә Ульяновскиҙа үтә. Унда 50 төбәктән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Республика йыйылма командаһы составында Баймаҡтан Вилена Ҡуҙыбаева, Октябрьскийҙан Анастасия Сигаева, Өфөнән Гөлфиә Мәхийәнова, Ирина Моторина, Алина Мостаева һәм Нурия Килкәйева сығыш яһай.