Иғтибар, йылҡы малы!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Асҡын районында Дәүләт - Иҫке Ҡаҙансы автомобиль трассаһының 17-се километрында төндә ат өйөрө юлға  сыға.  «Шкода – Октавия»ға идара иткән 25 йәшлек водитель малдарҙың өҫтөнә барып менә. Көслө бәрелештән автомобилгә ут тоҡаным, тулыһынса янып бөтә.

Водитель дауханаға оҙатылған, машина бәрҙергән ике ат һәләк булған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлага дәүләт инспекцияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында ете авария теркәлгән, уларҙа ете кеше йәрәхәтләнгән.