Ишембай районы Кәшәләкбаш ауылы урманында Салауат ҡалаһынан бәшмәк йыйырға килгән ике ир юғалған. Бәхеткә, ирҙәр урман эсенән үҙаллы сыҡҡан.
Ашығыс хеҙмәткә шулай уҡ Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылында урманға сыҡҡан 1996 йылғы ҡыҙҙың юғалыуы тураһында ла хәбәр килгән. Ҡыҙ полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиленең уты һәм сигнализацияһына урман эсенән уҙаллы сыҡҡан. Белорет районы Үҙәнбаш ауылы эргәһендә ике ир навигаторға ышанып барып аҙашҡан. Уларға ярҙамға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килгән.