Йәштәр хоккей лигаһында аҙнаның иң яҡшы уйынсылары билдәләнде

Череповецкиҙың “Алмаз”ынан Егор Тулепов “Иң яҡшы ҡапҡасы” һәм Максим Неволин “Иң яҡшы һөжүмсе” тип билдәләнде. Өфөнөң “Толпар” клубы хоккейсыһы Василий Шумилов “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Йәш юлаевсы һуңғы өс уйында 2 шайба индергән, 2 һөҙөмтәле пас биргән.