Прокуратура Федоровка районы Яңы Софиевка ауылында сыҡҡан янғын осрағы буйынса асылған енәйәт эшен тикшереүҙе контролгә алған. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, йәкшәмбе ике фатирлы торлаҡ йортта ут сығыуҙан 41 йәшлек әсә менән уның өс һәм биш йәшлек улдары һәләк булды.
Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә торлаҡ йорт тулыһынса ут эсендә ҡалған була. Ҡотҡарыусылар тәүҙә ҡатындың үҙен, һуңынан өлкән улын таба. Кескәй баланың кәүҙәһе кискә генә табыла. Енәйәт эше «Һаҡһыҙлыҡ буйынса 3 кешенең үлеменә килтереү» статьяһы буйынса асылған.
Гөлдәриә Йосопова.