Йыл башынан республика юлдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында 707 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

88 кеше һәләк булған, 654-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Күбеһенә йәйәүлеләрҙең юлды махсус билдәләнмәгән урындан сығыуы сәбәпсе. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы сираттағы профилактик сараға сыҡты.

Өфөнөң Ғөбәйҙуллин һәм Менделеев урамдары киҫелешендә барған рейд барышында тиҫтәләп йәйәүлегә административ протокол төҙөлдө. Ләкин был ғына мәсьәләне хәл итмәй, тип билдәләй инспекторҙар.

Азат Ғәлиуллин.