Подписывайтесь на Bash.News
Июлдән алып төҙөүселәр ундан ашыу урамды тәртипкә килтергән.
Көн дә мең ярым квадрат метр юлға яңы асфальт түшәлә.
Әле төҙөлөш эштәре Киров районының Эшсе хәбәрселәр
урамында бара. Йорттарҙы тоташтырған юлдар тар булыуға ҡарамаҫтан, ремонтҡа
ҡеүәтле техника йәлеп ителә. Был эштәрҙе тиҙерәк башҡарыу мөмкинлеге бирә, ти
төҙөүселәр.
Бәләкәй генә урамда ете махсус техника эшләй. Башҡа
ауырлыҡтар юҡ. Ремонтты аҙна аҙағына тамамларға иҫәп тотабыҙ. Төҙөкләндереү
эштәрен урында йәшәүсе халыҡ ҡына бер аҙ тотҡарлай. Транспорт сараларын
ҡайҙа етте
шунда ҡалдырып китәләр.
Ҡайһы саҡта
хатта ҡамасаулаған автомобилдәре күсереү өсөн эвакуатор
ҙа сыҡыртырға
тура килә. Халыҡ беҙҙең эшкә аңлап ҡараһа күпкә
тиҙерәк башҡарылыр ине.
Илдар Уразбахтин, Яһалма ҡоролмаларҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү буйынса махсус идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары
Тар һәм ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, квартал-ара юлдар
транспорт хәрәкәтендә ҙур роль уйнай. Коммуналь техника, махсус транспорт та
тап ошо урамдарҙан йөрөй. Шуға күрә Өфө ҡалаһы хакимиәте
уларҙы тәртипкә килтерергә ҡарар иткән. Асфальт түшәү менән бер рәттән
бордюрҙар алыштырыу, тротуарҙар яңыртыу эштәре лә алып барыла.
Подъездарҙы төҙөкләндереү булһынмы, юлдар ремонтлаумы,
квартал -ара юлдар бер ниндәй программаға ла инмәй . Шуға күрә был урамдар
тиҫтәләгән йылдар төҙөкләндерелмәй ҡала. Өфө ҡалаһы хакимиәте
был бушлыҡты тултырырға ҡарар итте һәм төҙөлөш
миҙгелендә мөмкин тиклем күберәк юлдарҙы ремонтларға тырыша.
Рената Сәләхова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы матбуғат хеҙмәте бүлеге етәксеһе