Элекке технологиялар буйынса сығарылған дарыуҙар бөгөн дә киң ҡулланыла. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Дарыуҙарҙы эшләүҙә ҡулланылған элекке технологиялар әле лә актуаль. «Башфармация» дарыуханаларында яраҡлылыҡ ваҡыты әҙ булған йәки табип рецебы һәм шәхси заказ буйынса препараттар эшләнә. Ләкин әлеге осорҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙарға ихтыяж юғары. Шуға күрә антигриппин һәм аскорбин кислотаһы ла етештерелә.
Сеймалды етештереүгә ебәрер алдынан ул ентекләп тикшерелә. Ҡабул итеү контролендә субстанцияларҙың дөрөҫлөгөн ҡарау өсөн төрлө химик реакциялар үткәрелә, анализ яһала. Медикамент эшләү өсөн юғары белемле булыу ғына етмәй, белгестәр өҫтәмә рәүештә махсус уҡыуҙар үтеп рөхсәт ҡағыҙы ала. Был дарыуханала көнөнә яҡынса 300 препарат әҙерләнә, күләмде арттырыу мөмкин түгел, сөнки барыһы ла ҡулдан эшләнә.
Матдәне билдәле бер күләмдә үлсәү өсөн провизор-технолог махсус ҡоролма һәм ҡул үлсәүен ҡуллана. Артабан аскорбин кислотаһы һәм антигриппин балауыҙлы ҡағыҙға һалына. Рецепт буйынса етештереү бүлеге протаргол, йәки танауға тамыҙмалы дарыу ҙа етештерә. Иң мөһиме, вирусҡа ҡаршы препарат өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым һатыла.
Әлфинә Килдейәрова.