Бөрө ҡалаһында етештерелгән керамика, фарфор һауыт-һабалар Рәсәйҙең билдәле кафе-ресторандарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Былтыр компания интернет-магазиндар менән хеҙмәттәшлек итеп, 25 миллион һумлыҡ килем алған. Юғары сифатлы керамика изделиелары ҡулдан эшләнә, продукция ассортименты йылдан-йыл киңәйтелә. Орнаменттар менән биҙәлгән сәй сервистары, сувенирҙар, бал һауыттары һатыуға сығарыла. Эш процессында тәбиғи материалдар ғына ҡулланыла.
Компания Өфөләге кафе-ресторандарҙан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Рязань, Владимир, Екатеринбург ҡалаларындағы компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. География киң. Интернет-һатыуҙар ҙа уңышлы бара. Шуға «Бөрө керамикаһы» предприятиеһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәр һанын күбәйтеп, етештереү күләмен арттырыу яҡлы.
Гөлназ Хәйбуллина.