Учалы ҡалаһында яңы етәксе

Был вазифаға Илмир Ғәзизов тәғәйенләнде. Ул 1985 йылда Учалы ҡалаһында тыуған. Көньяҡ Урал дәүләт университетында белем алған. Хеҙмәт юлын Учалы тау байыҡтырыу комбинатында башлаған. Райондың һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Илмир Ғәзизов быйыл “Рәсәй лидерҙары” конкурсында ярымфиналға тиклем барып етте.