Башҡортостанда КОВИД-19 вирусынан һәләк булыусылар 51 кешегә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уҙған тәүлектә күңелһеҙ исемлекте 1957 йылғы ҡатын тулыландырған. Һәләк булыусының аорта атеросклерозы, йөрәк сире, хроник бронхиттан яфаланыуы билдәле. Шулай уҡ тәүлек дауамында республикала коронавирус йоҡтороусылар 10 мең ярым сиген үтте – бер көн эсендә яңы инфекциянан сирләүселәр 86 кешегә артып, бөгөнгә 10 501 кеше тәшкил итә.

Әле стационарҙарҙа 195 кеше дауалана, уларҙың 11-е ауыр хәлдә, 2 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 768 кеше сирҙе йорт шарттарында үткәрә. Уҙған тәүлектә сирҙән 61, бөтәһе 9 487 кеше һауыҡҡан.