Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө 9,6 процентҡа артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Быйыл 9 айҙа төбәктә 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә бишенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Бер үк ваҡытта илдә торлаҡ төҙөлөшө күләме яҡынса ике процентҡа кәмегән. Федераль программалар ярҙамында Нефтекамала биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү барышы менән БСТ каналының ижади төркөмө танышты.

Нефтекаманың 6-сы балалар баҡсаһында музыка дәресе. Кескәйҙәр ритмик хәрәкәттәрҙе көй менән бергә өйрәнеп, «Көҙгө бал»ға әҙерләнә. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡалала ысын мәғәнәһендә «Беби-бум» күҙәтелә. Был балалар баҡсаларына сираттың артыуына килтергән.

Балалар баҡсаһы урынлашҡан биҫтә һуңғы йылдарҙа ғына ҡалҡып сыҡҡан. Бында башлыса, йәш ғаиләләр төпләнә. Эргәләге микрорайонда ла шундай уҡ хәл күҙәтелә. Йәштәрҙең күпләп фатир һатып алыуына төбәктә быйыл төҙөлә башлаған социаль объекттар ҙа ыңғай булышлыҡ иткән.

«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән. Уның сафҡа инеүе төбәктәге социаль көсөргәнешлекте кәметергә ярҙам итер тип көтөлә. Әле объектта биҙәкләү эштәре бара, шулай уҡ уйын майҙансыҡтары ҡуйыла. Төҙөлөш өсөн 226 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.

Камаловтарҙың өлкән ҡыҙҙары ла киләһе уҡыу йылынан эргәләге яңы мәктәпкә йөрөй башлай. Сөнки быйыл «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 24-се биҫтәлә заманса белем усағына нигеҙ һалынған. Объекттың хаҡы 700 миллион һумдан ашыу. Киләсәктә уның асылыуы ҡаланың тағы ла ике мәктәбен бер сменаға күсереү мөмкинлеге бирәсәк.

Нефтекамала тағы ла бер федераль программа уңышлы ғәмәлгә ашырыла, ул да булһа «Стимул» тип атала. Уның ярҙамында быйыл Комсомол урамының бер өлөшө танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Был объект төбәктең төп транспорт артерияһы һанала һәм ул яңы биҫтәләрҙе ҡала үҙәге менән бәйләй. Федераль бюджеттан бүленгән 72 миллион һумдан ашыу аҡсаға 682 метр оҙонлоғандағы урам төҙөкләндерелгән. Ул 4 һыҙатлы юл, йәйәүлеләр аллеяһы, тротуар һәм автобус туҡталыштарын үҙ эсенә алған.

Әле төбәктә 39 мең квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа ингән. Был планға ҡарата 42 процент. Шулай ҙа йыл аҙағына тиклем ҡалала тағы ла күп ҡатлы 5 йорт файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Шулай уҡ шәхси өйҙәр ҙә күпләп төҙөлә. Бар был күрһәткестәр ҙә Нефтекамаларҙың торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү программаһында әүҙем ҡатнашыуы менән аңлатырға мөмкин.

Илдар Байбулатов.