Юлаевсылар ике минут эсендә уйын һөҙөмтәһен хәл итте

“Өфө-Арена”ла Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты барышында “Салауат Юлаев” һәм “Амур” араһында осрашыу үтте. Юлаевсылар икенсе осорҙа Хабаровск командаһы ҡапҡаһына 4 шайба индерҙе. Аҙаҡ “Амур” уйынсылары бер гол менән генә яуап ҡайтара алды. Уйын Өфө хоккейсылары файҙаһына 4-1 иҫәбенә тамамланды. “Салауат Юлаев” командаһы баш тренеры Томи Ламса уйын менән ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Чемпионатта “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһы турнир теҙмәһендә 6-сы урында килә. Иртәгә юлаевсылар Магнитогорскиҙа “Металлург” менән осраша.