Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше артҡан

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тауар әйләнеше 76 процентҡа артҡан. Айырыуса беҙҙең республиканан яғыулыҡ экспортлау күбәйгән, шулай уҡ шәкәр күпләп оҙатыла. Әле Башҡортостандан Үзбәкстанға 147 ойошма продукция һата. Дөйөм алғанда, ике төбәк араһында тауар әйләнеше 99 миллион долларға еткән.