Өфөләге 1-се балалар художество мәктәбендә 1 миллион һумға хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған

Йыл башында баш ҡала хакимиәтенең Контроль-ревизия идаралығы мәктәптә тикшереү үткәрҙе. Унда етәкселек яғынан аҡсаны дөрөҫ ҡулланмау осрағы асыҡланды. Шуға элекке директор менән контракт оҙайтылмай. Әммә ошо көндәрҙә мәктәп уҡытыусылары һәм яңы етәксе араһында бәхәс ҡупты. Педагогтар аслыҡ иғлан итте. Ошо сәбәпле яңы директор вазифаһын үҙ теләге менән бушатты. Әле Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте директор вазифаһына конкурс иғлан итте.