Бөгөн инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

2004 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инсультты глобаль эпидемия тип иғлан итте. Был ауырыу йыш ҡына үлемгә килтерә. Эндокринолог Әмир Әхмәтйәнов әйтеүенсә, инсульт айырыуса шәкәр диабеты менән ауырыусылар өсөн  хәүефле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Эксперттар белдереүенсә, йыл һайын донъяла 6 миллиондан ашыу кеше инсульттан үлә. Уларҙың өстән бер өлөшө хеҙмәт йәшендәгеләр. Бөгөн республикала инсульт ауырыуын иҫкәртеүгә арналған акциялар үтә.